Төбәк башлығы Радий Хәбировҡа “Газпром” етәксеһе Алексей Миллерҙан рәхмәт хаты килгән
Хатта Республика башлығының Яҡутстандағы Чаяндин ятҡылығынан оператив рәүештә вахтовиктарҙы сығарыуға булышлыҡ итеүе хаҡында белдерелә.
“Төбәктәге барлыҡ ойошмаларҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың берҙәм тырышлығы менән беҙ вахтовиктарҙы, тейешле карантин сараларын үтәп, ҡаайтарыуҙы һәм урынлаштырыуҙы ойоштора алыҡ”, - тигән Алексей Миллер.
Компания етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортосотан менән “Газпром” хеҙмәттәшлеге дауам итәсәк.