23 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы мөрәжәғәтендә байҙарға ҡарата ҡарашын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан йылына 5 миллион һумдан артыҡ керем алғандарға НДФЛ ставкаһы 13 проценттан 15-кә күтәреләсәк. Был аҡса һаулыҡ һаҡлау тармағына, атап әйткәндә, ауырыу балаларҙы дауалау өсөн тотоноласаҡ.