Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 18:15

Мәсеттәр, музейҙар асыла...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән бәйле сикләүҙәр хаҡындағы Указаға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе. Уға ярашлы, Башҡортостан дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттең вакантлы вазифаларын биләүгә, шулай уҡ кадрҙар резервына индерелеүгә конкурстар үткәреү рөхсәт бирелә.Шулай уҡ 22 июндән башлап, республикала 50-нән ашыу кеше ҡатнашлығында эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт саралары үткәреү йәки дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар тарафынан ойошторолһа, сит ил дәүләттәре һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында үткәреү рөхсәт ителә.29 июндән граждандар туристик сәфәр ҡыла, дини биналараға йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта дини учреждениелар тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә, йыйылыусылар 100 кешенән артмаҫҡа тейеш. 23 июндән музейҙар, китапханалар ҙа эшләй башлай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән бәйле сикләүҙәр хаҡындағы Указаға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе. Уға ярашлы, Башҡортостан дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттең вакантлы вазифаларын биләүгә, шулай уҡ кадрҙар резервына индерелеүгә конкурстар үткәреү рөхсәт бирелә.
Шулай уҡ 22 июндән башлап, республикала 50-нән ашыу кеше ҡатнашлығында эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт саралары үткәреү йәки дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар тарафынан ойошторолһа, сит ил дәүләттәре һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында үткәреү рөхсәт ителә.
29 июндән граждандар туристик сәфәр ҡыла, дини биналараға йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта дини учреждениелар тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә, йыйылыусылар 100 кешенән артмаҫҡа тейеш. 23 июндән музейҙар, китапханалар ҙа эшләй башлай.
Читайте нас: