Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 01:40

Боҙом тигәндәре бар икән... (дауамы)

Өй бүлешәм тип...

Фәриттең атаһы инде күптән гүр эйәһе. Ҙур алты мөйөшлө ағас йортта әсәһе генә оҙаҡ йылдар яңғыҙы ғүмер кисереп, быйыл вафат булғас ғаиләләге бер малай – Фәрит һәм ҡалған биш ҡыҙ араһында ата-әсә йорто бүлешеп ғауға сыҡты. Берәүҙәре оло була белмәне, икенселәре кесе булып оло һүҙен тыңламаны. Һәр ял, һәр осрашыу тиерлек иреш-талаш, ҡысҡырыш, әсе күҙ йәше менән тамамланды. Тик берәү ҙә туҡтарға теләмәне, уртаҡ ҡарарға килә алманылар.
Оҙаҡламай Фәриттең бәләкәс ҡыҙы – Миләүшә ауырып китте. Тыныс ҡына уйнап ултырған еренән йә йоҡлап ятҡанда тыны ҡыҫылып, быуылып ала китә ҡыҙ. Бармаған ереҙәреҡалмай, тик барыһында ла: “Ҡыҙығыҙ һап-һау,” - тип сығалар. Бикәстәренең ҡара “эсле”, насар уйҙа булғандарын инде күпте аңлаған әсә ҡыҙы быуыла башлаған һайын: “Һинең генә этлегең, сереп ҡойолоп барған йорт һиңә ни бысағыма кәрәк? Ҡыҙымды ғына әрәм иттегеҙ инде!” – тип үрһәләнә. Шулай ҡыҙҙарының һаулығы өсөн ут “йотоп” йөрөгәндә йорт ҡайғыһы атай кеше өсөн “онотола” төшә, теге биш ҡыҙ ҙа шым ғына уртаҡ ҡарарға килеп теге йортто һатып ебәреп, аҡсаһын бүлешеп ситкә таялар. әммә Миләүшәнең ауырыуы һаман көсәйә. Ҡыҙҙарының һаулығы, ғүмере өсөн өҙөлөп торған ата-әсә ситкә күсеп китергә мәжбүр була, күпмелер ваҡыт үткәс быума сире лә үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Тик элекке йорт алдарындағы ҡомлоҡта иҫке сепрәккә сихырланып һалған мәйет тупрағы ғына шул килеш ҡала.
Читайте нас: