Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 17:20

Генерал Ишбулатов менән Дмитрий Хворостовский

Өфөлә Генерал Ишбулатов урамы менән Дмитрий Хворостовский исемендәге бульвар барлыҡҡа киләсәк. Ҡала Советының “Өфө урамдары” конкурсында Өфө халҡы урамдарға исем һайлашҡан. Улар араһынан Дмитрий Хворостовскийҙың исеме еңеп сыҡҡан. Данлыҡлы йырсы Өфөлә бер нисә тапҡыр сығыш яһаған, хәйриә концерты ойошторған.Хажиәхмәт Ишбулатовтың исеме төбәк тарихы менән тығыҙ бәйле. Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә ҙур көс һалған. Генералдың туғандары Өфөлә йәшәй.Әйткәндәй, был урамдар Дим биҫтәһендә урынлашасаҡ.

Өфөлә Генерал Ишбулатов урамы менән Дмитрий Хворостовский исемендәге бульвар барлыҡҡа киләсәк. Ҡала Советының “Өфө урамдары” конкурсында Өфө халҡы урамдарға исем һайлашҡан. Улар араһынан Дмитрий Хворостовскийҙың исеме еңеп сыҡҡан. Данлыҡлы йырсы Өфөлә бер нисә тапҡыр сығыш яһаған, хәйриә концерты ойошторған.
Хажиәхмәт Ишбулатовтың исеме төбәк тарихы менән тығыҙ бәйле. Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә ҙур көс һалған. Генералдың туғандары Өфөлә йәшәй.
Әйткәндәй, был урамдар Дим биҫтәһендә урынлашасаҡ.
Читайте нас: