Яңауылда инвалид балалар өсөн махсус интернат асылды. 190 урынға иҫәпләнгән бина заман шарттарына яраҡлаштырылып төҙөлгән. Унда 110 педагог, тәрбиәселәр, башҡа белгестәр тәрбиә эштәре менән шөғөлләнәсәк. “Әле Өфөлә “Салют” махсус балалар өсөн реабилитация үҙәге төҙөлөшө бара, шундай уҡ объект Сибайҙа планлаштырыла. Уларға булышыу – минең төп өҫтөнлөгөм. Балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре яҡлауға мохтаж һәм улар яҡлаусыһыҙ ҡалырға тейеш түгел”, - тине Радий Хәбиров.