Өфөлә тәүге “Киләсәк биләмәһе. Евразия йрәгенән ҡараш” тип аталған халыҡ-ара урбанистика форумы асылды.
Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков килде.
Федераль министрлыҡ етәксеһе һәм төбәк башлығы Өфөнөң Дим районында юғары уҡыу йорттары араһындағы студент кампусы төҙөлөшө өсөн майҙан ҡараны. Заманса күп функциялы корпус биш мең кешегә иҫәпләнгән.
Төшкә тиклем форумда төрлө илдән килгән спикерҙар ҡатнашлығында тематик сессиялар үтте. “Фәнни-белем биреү үҙәге ҡала үҫеше драйверы булараҡ” тип аталған сессияла Башҡортостан башлығы сығыш яһаны.
“Саҡырыуҙы ҡабул итеп, ҡунаҡсыл Өфөлә йыйылыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Бында беҙ алдағы йылдарҙа үҙебеҙҙең граждандарға уңайлы мөхит тыуҙырыу хаҡында һүҙ йөрөтәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров һәм санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе һораны. “Фән”, “”Белем биреү” һәм “Уңайлы мөхит” милли прпоекттары маҡсаттарҙы тормошҡа ашарырға ярҙам итә. Университеттар ҡалаларҙы үҫтереүҙә ҙур роль уйнай”, - тине Радий Хәбиров.
Секцияның модераторы - республика хөкүмәте етәксеһе Александр Сидякин.
Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков фәнни-белем биреү үҙәктәренең функцияһы тураһында һүҙ йөрөттө. Көн дауамында министр төбәктең белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.