Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 19:50

65 йәштән өлкәндәргә режим дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр коронавирус пандемияһы cәбәпле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. 12 июлгә тиклем 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн үҙеңде изоляциялау режимы оҙайтыла. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, элемтә салондарына, баҡсаларына, зыяраттарға ғына барырға ярай. Хроник сирҙәре булғандар өсөн дә ҡурсаланыу режимы һаҡлана. 1 июлдән алып санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан ресторан, бар, кафе һәм башҡа йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары эшләй башлай. Тик уларҙың килеүселәр өсөн айырымланған залы, тышҡа йәки сауҙа комплексына айырым сығыу ишеге булырға тейеш. Фудкорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары 1 июлдән аҙыҡты өйгә алып барып биреү юлы менән эш башлай ала. 29 июндән вуз һәм колледждарға уҡырға инеү, ҡабул итеү һынауҙарын үтеү һәм апелляцияларҙы ҡарауҙы белем биреү ойошмалары вәкилдәре менән туранан-тура осрашып эшләргә була. 15 июлдән алып балаларҙы штатында медицина хеҙмәткәрҙәре булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары, шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары, балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙары ҡабул итә аласаҡ. Уларҙы асыуға әҙерлек 8 июлдән башланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр коронавирус пандемияһы cәбәпле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

12 июлгә тиклем 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн үҙеңде изоляциялау режимы оҙайтыла. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, элемтә салондарына, баҡсаларына, зыяраттарға ғына барырға ярай. Хроник сирҙәре булғандар өсөн дә ҡурсаланыу режимы һаҡлана.

1 июлдән алып санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан ресторан, бар, кафе һәм башҡа йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары эшләй башлай. Тик уларҙың килеүселәр өсөн айырымланған залы, тышҡа йәки сауҙа комплексына айырым сығыу ишеге булырға тейеш.

Фудкорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары 1 июлдән аҙыҡты өйгә алып барып биреү юлы менән эш башлай ала.

29 июндән вуз һәм колледждарға уҡырға инеү, ҡабул итеү һынауҙарын үтеү һәм апелляцияларҙы ҡарауҙы белем биреү ойошмалары вәкилдәре менән туранан-тура осрашып эшләргә була.

15 июлдән алып балаларҙы штатында медицина хеҙмәткәрҙәре булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары, шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары, балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙары ҡабул итә аласаҡ. Уларҙы асыуға әҙерлек 8 июлдән башланасаҡ.

Читайте нас в