Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 20:00

Өфөлә торналар бейей башланы

Өфөнөң Орджоникидзе районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров “Имәнкәй” скверында “Бейеүсе торналар” фонтанын асыу тантанаһында ҡатнашты. Үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән фонтанды 2008 йылда үҙгәртеп ҡороу өсөн япҡайнылар. Был эштәр 2019 йылдың көҙөндә республика етәкселеге башланғысына ярашлы атҡарылды. Скверҙа яңы ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған, граниттан юлдар һалынған, эскәмйәләр ултыртылған, велосипедтарҙы ҡуйыу өсөн урындар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы булдырылған. Яңыртылған фонтандан музыка урғыла. Өҫтәүенә ул яҡтылыҡ менән биҙәлгән."Студент саҡтан алып “Бейеүсе торналар”ҙы хәтерләйем. Йылдар үтте, ниндәйҙер мәлдә уның хаҡында оноттолар. Был композицияны тергеҙергә булдыҡ һәм бөгөн ҡалаға төҙөкләндерелгән скверҙы бүләк итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡала-паркка әйләнһен өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып барасаҡбыҙ". Өфөлә Радий Хәбиров һәм Максим Егоров Ағиҙелдең төҙөкләндерелгән яр буйҙарын да ҡараны. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 4,9 километр. Бында биләмәне төҙөкләндерҙеләр, автомобилдәр өсөн юл һалдылар, тротуарҙарҙы һәм велосипедсылар өсөн һуҡмаҡтарҙы ипкә килтерҙеләр. Дуҫлыҡ монументы районында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты буйлап үтеү юлдары төҙөлә башланы. Уны 2020 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау ҡаралған."Башҡортостанға беренсе тапҡыр ғына килмәйем. Өфөнөң үҙгәреүе оҡшай. Үткән көҙ яр буйҙарында булғайным. Әлегә объектты рәсми асмаһалар ҙа, ул тулы тормош менән йәшәй”, – тине Максим Егоров.

Өфөнөң Орджоникидзе районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров “Имәнкәй” скверында “Бейеүсе торналар” фонтанын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән фонтанды 2008 йылда үҙгәртеп ҡороу өсөн япҡайнылар. Был эштәр 2019 йылдың көҙөндә республика етәкселеге башланғысына ярашлы атҡарылды. Скверҙа яңы ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған, граниттан юлдар һалынған, эскәмйәләр ултыртылған, велосипедтарҙы ҡуйыу өсөн урындар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы булдырылған. Яңыртылған фонтандан музыка урғыла. Өҫтәүенә ул яҡтылыҡ менән биҙәлгән.
"Студент саҡтан алып “Бейеүсе торналар”ҙы хәтерләйем. Йылдар үтте, ниндәйҙер мәлдә уның хаҡында оноттолар. Был композицияны тергеҙергә булдыҡ һәм бөгөн ҡалаға төҙөкләндерелгән скверҙы бүләк итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡала-паркка әйләнһен өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып барасаҡбыҙ".
Өфөлә Радий Хәбиров һәм Максим Егоров Ағиҙелдең төҙөкләндерелгән яр буйҙарын да ҡараны. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 4,9 километр. Бында биләмәне төҙөкләндерҙеләр, автомобилдәр өсөн юл һалдылар, тротуарҙарҙы һәм велосипедсылар өсөн һуҡмаҡтарҙы ипкә килтерҙеләр. Дуҫлыҡ монументы районында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты буйлап үтеү юлдары төҙөлә башланы. Уны 2020 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау ҡаралған.
"Башҡортостанға беренсе тапҡыр ғына килмәйем. Өфөнөң үҙгәреүе оҡшай. Үткән көҙ яр буйҙарында булғайным. Әлегә объектты рәсми асмаһалар ҙа, ул тулы тормош менән йәшәй”, – тине Максим Егоров.
Читайте нас: