Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 21:50

Ҡабаҡтарҙы нимә ашай?

Ҡоротҡостар күбәйһә, үҫемлектең япрағы сырыша һәм ҡорой башлай.

Ҡабаҡ һәм ташҡабаҡтарҙың тәүге япраҡтары күренеү менән уларҙың дошмандары ла күбәйә. Бөжәктәр үҫентене бер нисә көн эсендә юҡҡа сығара. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлегенең агрономы Гөлиә Дәүләтҡолова үҙенең кәңәштәрен бирҙе.
- Ҡабаҡҡа зыян килтергән төп һәм йыш осраған ҡоротҡос – етен бете (хлопковая тля). Тиҙ тарала, үҫентенең һуты менән туҡлана. Әгәр ҡабаҡтарҙығыҙҙың япраҡтары тишкеләнә башлаһа, шунда уҡ тейешле саралар күрергә кәрәк. Тәү сиратта түтәлдәр уталырға тейеш. Сүп үләндәре был бөжәктәр өсөн өҫтәмә туҡланыу сығанағы ғына. Бынан тыш, уталмаған сүп үләнендә бөжәктәр ҡыш сыға. Үрмәксен талпаны (паутинный клещ) ла былтырғы сүп үләнендә ҡышлай, шунда үрсей. Иртә яҙҙан япраҡтарҙың аҫҡы яғында йомортҡа һалалар. Һауа торошо 25 градусҡаса күтәрелһә, тиҙ үрсей башлайҙар. Шулай уҡ үҫемлектең һуты менән туҡланалар. Япраҡтың кимерелгән урынында аҡ таптар күрергә була. Ҡоротҡостар күбәйһә, үҫемлектең япрағы сырыша һәм ҡорой башлай. Япраҡта үрмәксе ауы күрергә мөмкин. Ниндәй саралар күрергә һуң? Тәү сиратта түтәлде утарға, ерҙе йомшартырға. Түтәл араһына бер аҙ көл һибергә. Был саралар ярҙам итмәһә, бөжәктәргә ҡаршы дарыу ҡулланырға тура киләсәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Читайте нас: