Буласаҡ шағир 1831 йылдың 14 декабрендә Миәкә районының Туҡһанбай ауылында аҫаба башҡорт, указлы мулла ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс белемде үҙ ауылында, һуңынан күрше ауылда ала. Әммә ике урында ла бының менән генә хушһынмай, Стәрлебашҡа барып Шәмсетдин Зәкиҙең һабаҡтарын тыңлай башлай. Тик бындағы белем кимәле лә үҫмерҙең талаптарына тура килмәй. Бары тик Троицкий ҡалаһына килеп, киң танылыу алған Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә генә ул үҙ урынын таба ала. Ҡышын уҡырлыҡ һәм үҙен-үҙе ҡарарлыҡ аҡса эшләү маҡсатында ҡаҙаҡ далаларына барып балалар уҡыта. Ҡыҙыҡһыныусан, зирәк шәкерт дини дәрестәр менән бергә, ғәрәп, фарсы телдәрен үҙләштерә, көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Ошо рәүешле ун өс йыл белем эстәп сит тарафта йөрөгәндән һуң, ниһайәт, тыуған яғына ҡайта. Тап ошо осорҙа әсәһе үлеп ҡалған була. Ә үгәй әсәһе бик һалҡын ҡаршы ала. Донъя баҫып, артабан үҫергә-үҫешергә форсаты булмаған атаһы иһә улының уңыштарына көнләшеп ҡарай. Тиҙҙән Аҡмулла атаһы өйҙә юҡта тура атын егеп, әсәһенән ҡалған нәмәләрҙе алып сығып китә. Байҙар, муллаларҙан әсе көлгән шағирҙы ябай халыҡ үҙ итә. Ә тегеләре аҫтан ғына уға ҡаршы йоҙроҡ төйә. Әсе, йор теллелеге арҡаһында, шунлыҡтан дүрт йыл нахаҡҡа төрмәлә лә ултырып сыға. Ошо ике аралағы күҙгә күренмәҫ алыш олуғ шағирҙың башына етә лә инде. 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.