Республика онкология диспансерына сит илдә етештерелгән аспиратор-деструктор ҡайтарылды. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырлды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әлеге аппарат хирургия тәжрибәһендә мөһим әйбер булып тора. Аппарат операциялар мәлдендә пациентҡа күп ҡан юғалтмау һәм сәләмәт күҙәнәктәргә зыян килтермәү мөмкинлеге бирә.