Ах, был ҡатын-ҡыҙҙар! Фырт ҡына машинға ултырып алалар ҙа башҡаларҙы күрмәйҙәр ҙә. Өфөләге фажиғәғә лә гүзәл заттың үҙенә саманан тыш ышаныусанлығы ғәйепле. Был хаҡта Proufu.ru порталы яҙа. 28 июндә иртән 39 йәшлек ханым "Lexus NX» машинаһында юғары тиҙлектә Өфөлә Октябрь проспектынан Галле ҡалаһы туҡталышы йүнәлешенә китеп барған һәм электр бағанаһына барып бәрелгән. Табип “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән биргән. Уға 39 йәш булған, 14 йәшлек ҡыҙы етем ҡалған.