Бер мәл билдәле яҙыусы, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллинанан: “Яңғыҙың ғына йәшәүе ҡыйын түгелме?” – тип һорайҙар икән. Йор һүҙле, китап менән дуҫ булған әҙибә: “Ни эшләп яңғыҙ булайым? Бына әле лә ашығып ҡайтып барам. Лев Толстойҙы кискә ҡунаҡҡа саҡырғайным”, - тип яуаплай. Тегенеһе бер нәмә лә әйтмәй, аптырап тороп ҡала.
Баҡһаң, яҙыусының Лев Толстойҙың көндәлектәрен һәр кис мауығып уҡыған сағы булған икән. Ысынлап та, китап менән дуҫ булған кеше бер ваҡытта ла яңғыҙлыҡты тоймай шул...