Йәй миҙгеле юлдарҙы ремонтлау өсөн иң ҡыҙыу осор. Был йәһәттән Өфөлә лә эш гөрләй. Иҫке юлдар яңыртыла, техник һыҙаттар төҙөкләндерелә, юл ситтәренә яңы таштар ҡуйыла, тротуарҙар ремонтлана. Барлыҡ эштәр теүәлләнгәс, юл тамғалары ҡуйыласаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелгән юлдарҙа термопластик билдә ҡуясаҡтар. Ул оҙаҡ хеҙмәт итеүе һәм ҡаранғыла яҡшы күренеүе менән юғары баһалана.