Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡабул ителгән яңы проектҡа ярашлы, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған йәки инвалид бала үҫтергән ғаиләләргә яңы төр түләү бирелә. Ул 250 мең һум тәшкил итә һәм бер тапҡыр бирелә, мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Йәғни, торлаҡ йәки ер участкаһы алыуға, йорт төҙөүгә йәки башланған төҙөлөштө ослауға, ипотека буйынса бурысты түләүгә йүнәлтелә. Аҡса ер участкаһы урынына түләнә. Тимәк, кемдер йорт төҙөү өсөн ер алғыһы килмәй икән , ул ошо суммаға дәғүә итә ала. Ер биләмәһе йәки аҡса алыу мәсьәләһен ғаилә үҙе хәл итә.