2 кг тирәһе артыҡ ҙур булмаған ҡыярҙарҙы йыуып, киптерергә. Ҡалын полиэтилен мешокка уларҙы тултырғас 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ кипкән имбирь онтағы, ваҡлап туралған йәшел укроп һалып ауыҙын ябырға. Мешокты һелкетеп кенә барыһын да бутағас, һыуытҡысҡа ҡуйырға. 2 сәғәттән ҡыярҙың һуты сыға башлай, ваҡыты-ваҡыты менән һелкетеп торорға кәрәк.