Йәйҙең эҫе ҡояшы сәстәргә йыш ҡына кире тәьҫир итә: төҫө уңа, кибеп барыусанға әйләнә, һына һәм ҡойола башлай. Шуға күрә уларҙы тәрбиәләп торорға кәрәк.
Мәҫәлән, һәр ваҡыт ҡулланып йөрөгән шампунға 10-ар тамсы лимон һәм розмарин майы һәм 4 капсула Е витамины өҫтәп ебәрегеҙ. Башты йыуған саҡта был шампунды һөрткәс, 10 минут тирәһе еңелсә генә башҡа массаж эшләгеҙ. Иң аҙаҡтан уны йылымса һыу менән йыуыр кәрәк.