Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһына старт бирҙе. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем барасаҡ.
Акцияға ҡушылып, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр район һәм ҡалаларҙың "Ғаилә" үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт иһә һәйбәт торошта булыуы шарт. Тапшырылған әйберҙәр Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә биреләсәк.