Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2020, 00:40

152 битлек ҡулъяҙмаһы баҫылмай ҡала

XIX һәм XX быуаттар сигендә Башҡортостанда, ғөмүмән, Урал-Волга регионында башҡорт, татар ижтимағи фекере һәм мәҙәниәте үҫешенең, әҙәби хәрәкәтенең характерлы яҡтарын шаҡтай тулы сағылдырған киң мәғлүмәтле ғалим-яҙыусы Ризаитдин Фәхретдинов тормошонан ун ваҡиға#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте#Литература_Башкортостана

  1. 1859 йылда Татарстандың Әлмәт районында Фәхретдин атлы башҡорт муллаһы ғаиләһендә донъяға килә.
  2. Дүрт-биш йәшенән үк ул әсәһе Мәһүбә абыстайҙан хәреф танырға өйрәнә, артабан атаһынан дәрес ала.
  3. Улының зирәклегенә, белемгә ынтылыуына ҡыуанған атаһы уны ҙурыраҡ мәҙрәсәләргә ебәреп уҡытыу хәстәрлеген күрә.
  4. Уларҙың бер нисәһендә дәрес тыңлап ҡарағандан һуң, ниһайәт, үҫмер Түбән Шыршылы ауылы мәҙрәсәһенә төпләнә һәм унда ун йылға яҡын белем ала.
  5. Уҡыуының аҙаҡҡы йылдарында түбән баҫҡыстағы һабаҡташтарына белем биреүҙе ышанып тапшыралар. Ошо уҡ ваҡытта ул ең һыҙғанып ижад эшенә лә тотона.
  6. 1887 йылда бер-бер артлы “Яҡын дуҫтарға бүләк”, “Килеш менән үҙгәреш хаҡындағы китап. Морфология” китаптары донъя күрә. Заманлаштары тарафынан бик күп хуплау һүҙҙәре лә ишетә.
  7. 1889 йылда баҫырға рөхсәт һорап, Петербургка үҙенең яңы хеҙмәтен ебәрә. 152 битлек был ҡулъяҙма, донъя күрмәйенсә, цензура архивында ятып ҡала. Унда автор халыҡтың аң-белемен, мәҙәниәтен күтәреү буйынса Урал-Волга төрки халыҡтары өсөн “бер ислам газетаһы” сығарыу мәсьәләләрен күтәрә.
  8. 1891 йылда Өфөләге Диниә назаратына ҡазый сифатында эшкә килә. Ул бында архивты өйрәнә, бихисап ерле һәм сит иҫке ҡулъяҙма, сит илдәрҙән килгән яңы әҫәрҙәр, ғилми хеҙмәттәр менән танышып бара.
  9. 1906 йылда Өфөнө ҡалдырып, Ырымбурҙа “Ваҡыт” гәзитенең икенсе мөхәррире вазифаһында эш башлай. Бында ул үҙен һәләтле ойоштороусы, талантлы журналист итеп таныта.
  10. Әммә ХХ быуат башы ғалим, яҙыусы өсөн тик ыңғай яҡтан ғына асылмай. Оҙаҡламай уның ғилми ағартыу эше батша хөкүмәтенә оҡшамай башлай һәм 1911 йылда Өфөлә төндә өйөндә тентеү барышында бик күп китаптары, гәзит-журналдары менән бер рәттән мөһим тарихи һәм фәнни хеҙмәткә эйә булған, үҙенең 20 йыл ғүмерен биреп туплаған, төҙөгән һәм баҫырға әҙерләнгән ҡулъяҙмалары ла алып кителә. Был материалдарҙың күбеһе һуңынан хужаһына кире ҡайтарылып бирелмәй. Һуңынан да Р. Фәхретдиновҡа түрәләр менән ярашып йәшәргә тура килмәһә лә, ул Ватанының ысын патриоты булып ҡала. Ул 1936 йылдың 12 апрелендә Өфөлә вафат була.
  11. Читайте нас: