Һуңғы ваҡытта диета ризыҡтарын да йыш ҡына рекламалай башланылар. Йәнәһе лә, уларҙы ашаһаң, оҙаҡ ваҡыт асыҡмайһың, иң мөһиме – һимермәйһең һәм башҡалар. Белгестәр иһә бындай рекламаларға һуҡырҙарса ышанмаҫҡа, бәлки, йыбанмайынса ғына ризыҡтың составы тураһында мәғлүмәттәрҙе уҡып сығырға кәңәш итә.
Диета ризығы икән, тимәк, ул кешенең сәләмәтлеген нығытырға тейеш. Иң элек быяла банкалағы йәки ҡағыҙ төргәктәге аҙыҡ-түлекте һайлап алырға тырышығыҙ. Барлыҡ донъяны баҫып алған пластикта зарарлы матдәләр бик күп. Артабан һаҡлау ваҡытына иғтибар итегеҙ. Ул ни ҡәҙәр ҡыҫҡа булһа, консерванттары шул ҡәҙәр аҙыраҡ, файҙалы матдәләре иһә шул ҡәҙәр күберәк тигән һүҙ. Ризыҡты оҙаҡ һаҡлағанда уның күп витаминдары юғала. Диета ризығында барыбыҙға ла мәғлүм “Е” хәрефтәре булмай. Ғөмүмән, зифа буй-һынға ынтылаһығыҙ икән, продукттың майлылығына һәм ундағы шәкәр миҡдарына иғтибар итегеҙ. Тәүлек әйләнәһенә ризыҡ менән керә торған май миҡдары 78 грамдан артмаҫҡа тейеш. Шәкәргә килгәндә, ҡайһы бер йогурттарҙа уның күләме 100 грамға өс балғалаҡ тура килә. Йогурттың 300, 500 миллилитр һыйҙырышлы һауыттарҙа һатылыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Уларҙа шәкәр күләме 9-ҙан 15 балғалаҡҡа ҡәҙәр етә. Бындай ризыҡ бер нисек тә диета ризығы була алмай. Продукттың составында шәкәрҙе алмаштыра торған матдәләрҙең (сахароза) булыуы ла сәләмәтлекте нығытмай, киреһенсә, ҡаҡшата ғына, ти белгестәр.