Ғалимдар иң файҙалы йәшелсә тип һарымһаҡты атаған. Ул ҡан баҫымын көйләй, холестеринды кәметә, инсульт, остеопороз, артритты киҫәтә. Һарымһаҡ антибактериаль һәм антиоксидант үҙенсәлеккә эйә, тире инфекцияһынан һаҡлай ала. Тап шуға ла был йәшелсәне йышыраҡ ашарға тәҡдим итә табиптар.