Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында “Белем биреү” милли проекты сиктәрендә 375 урынлыҡ яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Дүрт ҡатлы бина иҫке мәктәп урынында ҡалҡып сығасаҡ. Объекттың заказ биреүсеһе булып - Бшпҡортостан Республикаһы капиаталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядчигы булып “Империя” төҙөлөш компанияһы тора. Проектҡа ярашлы, яңы мәктәп иҫкеһенән ҙурыраҡ буласаҡ. Уның дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Класс бүлмәләренән, спорт залынан тыш ҙур акттар залы, ҡаҙанлыҡ буласаҡ. “Башкиргражданпроект” проектлаусы ойошмаһы биләмәлә төрлө спорт майҙанссыҡтары булыуын күҙ уңынан ысҡындырмаған.