Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 12:15

Ҡурай еләге нимәләргә шифалы?

Балланып ҡурай беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған. Элек, дарыуҙар бик аҙ замандарҙа, һәр хужалыҡта ҡурай еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уны косметикала ла киң файҙаланғандар. Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы матдәләр кипкәнендәгенә ҡарағанда күберәк. Уның сос­тавында органик кислоталар, шул иҫәптән салицил кислотаһы бар. Шуға ла был еләк һалҡын тейеүгә ҡаршы ҡулланыла, тирҙе ҡыуа, тән температураһын төшөрә. Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай.Был еләктәге А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, ундағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар булыу хәүефен түбәнәйтә. Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан — веналар киңәйеүҙән – яфаланғандарға бигерәк тә шифалы. Эшкәрткәндә лә был еләктәге файҙалы сифаттар юғалмай. Табиптар бөйөрө һәм үт ҡыуығы ауыртҡан кешегә ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй тип киҫәтә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштыра, ул ауырыуҙы “таш ултырыу” тиҙәр.

Балланып ҡурай беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған. Элек, дарыуҙар бик аҙ замандарҙа, һәр хужалыҡта ҡурай еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уны косметикала ла киң файҙаланғандар.
Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы матдәләр кипкәнендәгенә ҡарағанда күберәк. Уның сос­тавында органик кислоталар, шул иҫәптән салицил кислотаһы бар. Шуға ла был еләк һалҡын тейеүгә ҡаршы ҡулланыла, тирҙе ҡыуа, тән температураһын төшөрә.
Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай.
Был еләктәге А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, ундағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар булыу хәүефен түбәнәйтә.
Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан — веналар киңәйеүҙән – яфаланғандарға бигерәк тә шифалы.
Эшкәрткәндә лә был еләктәге файҙалы сифаттар юғалмай.
Табиптар бөйөрө һәм үт ҡыуығы ауыртҡан кешегә ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй тип киҫәтә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштыра, ул ауырыуҙы “таш ултырыу” тиҙәр.
Читайте нас: