Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 21:35

Алданыусылар фатир алып ҡыуанды

Нефтекаманың алданған өлөшсөләре фатир алып шатланды. “Авалон” биҫтәһенең 29-сы йорто файҙаланыуға тапшырылды. Уны “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте төҙөй башлаған да ташлап ҡуйған. Биҫтәләге дүрт “һаҡаллы” йортто тамамлауҙы “Нефтекамскстройзаказчик” МУП-ы үҙ өҫтөнә алған. 2019 йылдың 15 сентябрендә комплекстың ике йортонда 139 фатир тапшырылды. 29-сы йорт төҙөлөп бөтөү менән тағы 64 ғаилә ҡулына асҡыс аласаҡ. Улар был бәхетле минутты 2015 йылдан бирле көттө.Алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеү өсөн ҙур көс һалған республика Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт белдерә ҡала етәкселеге. Тиҙҙән сираттағы йорт та файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Нефтекаманың алданған өлөшсөләре фатир алып шатланды. “Авалон” биҫтәһенең 29-сы йорто файҙаланыуға тапшырылды. Уны “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте төҙөй башлаған да ташлап ҡуйған. Биҫтәләге дүрт “һаҡаллы” йортто тамамлауҙы “Нефтекамскстройзаказчик” МУП-ы үҙ өҫтөнә алған. 2019 йылдың 15 сентябрендә комплекстың ике йортонда 139 фатир тапшырылды. 29-сы йорт төҙөлөп бөтөү менән тағы 64 ғаилә ҡулына асҡыс аласаҡ. Улар был бәхетле минутты 2015 йылдан бирле көттө.
Алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеү өсөн ҙур көс һалған республика Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт белдерә ҡала етәкселеге. Тиҙҙән сираттағы йорт та файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Читайте нас: