Был осраҡта табиптар көнөнә 1,5 – 2 литр һыу эсергә кәңәш итә, ул ҡан әйләнешен яҡшырта. Ҡыҙҙырылған майлы аҙыҡты сикләгеҙ. Томалап, парҙа бешерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Майонез, соус, аҡ майҙан баш тартығыҙ. Тоҙҙо мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланығыҙ.