Йырсы 16 мартта Мәскәүҙән Ҡазанға оса. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының фекеренсә, ул ике аҙна ваҡыт арауығында өйҙә ултырырға тейеш була. Йырсы: “Мәскәү ҡасан сит илгә әйләнде икән?” – тип аптырашта ҡала. Етмәһә, был ҡарар 1 июндә үк сыға һәм ун көн эсендә генә ялыу менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә ул хатты бары тик 5 июль генә ала.