Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 22:00

Өфө көндән-көн матурлана

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ижтимағи киңлектәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” тигән онлайн-кәңәшмәлә киләсәктә Өфөнөң тағы ла төҙөкләнеүе хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы һәм ҡала парктары танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. “Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы “Имәнкәй” скверы янында ремонт эштәре көҙгә тамамланасаҡ. 1 августа Ағиҙел ярҙары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тулыһынса асылырға тейеш. "Миңә һәм күп кенә өфөлөләргә “Бейеүсе торналар” скверын төҙөкләндереүҙәре оҡшаны, - тине Радий Фәрит улы – Хәҙер унда тематик саралар ойошторорға һәм рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәргә сик ҡуйырға кәрәк".Төбәк башлығы әйтеүенсә, быйыл октябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркы эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ алдағы ике йылда Дим районында Баланово һәм Үҙәк парктарында, Инорстағы “Теплое” күлендә тәртип урынлаштырыу күҙҙә тотола. Фото:glavarb.ru

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ижтимағи киңлектәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” тигән онлайн-кәңәшмәлә киләсәктә Өфөнөң тағы ла төҙөкләнеүе хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы һәм ҡала парктары танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. “Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы “Имәнкәй” скверы янында ремонт эштәре көҙгә тамамланасаҡ. 1 августа Ағиҙел ярҙары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тулыһынса асылырға тейеш. "Миңә һәм күп кенә өфөлөләргә “Бейеүсе торналар” скверын төҙөкләндереүҙәре оҡшаны, - тине Радий Фәрит улы – Хәҙер унда тематик саралар ойошторорға һәм рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәргә сик ҡуйырға кәрәк".
Төбәк башлығы әйтеүенсә, быйыл октябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркы эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ алдағы ике йылда Дим районында Баланово һәм Үҙәк парктарында, Инорстағы “Теплое” күлендә тәртип урынлаштырыу күҙҙә тотола.
Фото:glavarb.ru
Читайте нас: