Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 10:40

Сирия халҡына ярҙам кәрәк

9 миллиондан ашыу Сирия халҡы, йәғни уларҙың яртыһы аҙыҡ-түлек ярҙамына мохтаж.

Рәсәй, Иран һәм Төркиә башлыҡтарының Сириялағы хәлде көйләү буйынса видеоконференция режимы буйынса осрашыуы үтте. Унда Владимир Путин: “Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы мәғлүмәттәре буйынса, 9 миллиондан ашыу Сирия халҡы, йәғни уларҙың яртыһы аҙыҡ-түлек ярҙамына мохтаж. Шуға ҡарамаҫтан,БМО Генераль секретарының пандемия шарттарында ла, Вашингтонда санкция режимын йомшартыуға ҡарамаҫтан, Брюсселдә Дамаскка ҡаршы сикләүҙәрҙе оҙайтырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Бынан тыш, яңы санкциялар индерелде, уларҙың маҡсаты, һис шикһеҙ, Сирия Ғәрәп республикаһын иҡтисади ҡыҫыу маҡсаты булып тора. Шуға күрә хәҙер тейешле каналдар буйынса гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалыу һәм Сирия халҡына ярҙам итеү тураһында уйларға кәрәк”, - тине.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
Читайте нас: