Шоңҡар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 21:45

70-тән ашыу кеше һыуға батҡан

Ниһәйәт, йәйге эҫе көндәр килде. Кешеләр һыу буйына ағыла. Әммә һыу, рәхәтлек һәм ләззәт бүләк итеү менән бергә, хәүеф менән дә янай. Шуға ҡотҡарыусыларҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалыуҙы үтенәбеҙ. Иҫеректәр ниңә тиҙерәк бата?Бының сәбәбе ябай: эскән кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һалҡын һыуға иһә кинәт ҡыҫыла һәм кеше үҙен насар тоя башлай, хатта инфаркт-инсульт кеүек насар күренешкә барып етеүе лә ихтимал. Температураларҙың киҫкен үҙгәреше, ҡан тамырҙарына төшкән көсөргәнеш, шулай итеп, һыуҙа үлемесле хәүеф менән янай. Шуның өсөн һыуға иң тәүҙә тубыҡҡа тиклем инеп баҫырға, унан бер аҙ сайҡанырға, артабан сумырға мөмкин. Бигерәк тә был тән ауырлыҡтары ҙур булған, ҡан баҫымынан яфаланғандарға ҡағыла. Мәғлүм булыуынса, йыл башынан Башҡортостанда 70-тән ашыу кеше һыуға батҡан. Әлбиттә, уларҙың береһе лә һәләк булам тип йылға-күл буйына бармағандыр... Тын тултырылған матрастар – хәүефлеИке метр оҙонлоҡҡа еткән матрастарҙы олоһо ла, йәше лә ҡуллана. Әммә ул тәрән урында яңылыш әйләнеп китте икән, кешене ҡотҡарып булмауы ла ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матрасҡа бәйле бәләләр йыш осрап тора. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: матраста йоҡлау уңайлы, әммә ул кәмә түгел! Уға идара итеү бик ҡыйын. Ел сыҡһа, ул парусҡа әүерелә, хатта өлкән, көслө кеше лә бора алмауы ихтимал. Шуға ла һыу ингәндә йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған махсус матрастар менән файҙаланыу урынлы. Унан тыш барлыҡ йөҙөү ҡулайламалары ла ярҙан йыраҡ түгел урында файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән: һыуға йығылып төшһәң, сығып булһын өсөн. Балаларҙы һаҡлағыҙ!Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һыуҙа йышыраҡ ата-әсәләре ҡарамаған өсөн һәләк була, сөнки яр буйына ял итергә барған өлкәндәр кәйеф-сафа ҡора, алкоголле эсемлектәр ҡуллана, шашлыҡ ҡура, музыка тыңлай. Тап ошо ваҡытта балалар күҙ уңынан ысҡына ла инде. Хатта уның батҡанын күрмәй ҙә ҡалыуҙары ихтимал. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Һыу буйында үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың балаларына ла иғтибарлы булығыҙ: был күптәрҙе бәләнән ҡотҡарыр ине. Унан тыш, балаларҙы ярҙамға саҡырырға өйрәтергә кәрәк. Бының бер ниндәй ҙә хилафлығы юҡ.Паника файҙаға түгелҺыу инеү һалмаҡ ҡына булырға тейеш. Һыу эсендә башҡа шөғөлдәр менән булышмағыҙ. Мәҫәлән, ҡотҡарыусылар йылға-күлдә туп уйнарға кәңәш итмәй. Уңға-һулға хәрәкәт иткәндә соҡорға, һыу аҫтында ятҡан ботаҡ-фәләнгә эләгеп йығылып та батыу ихтимал. Компанияла паникаға бирелмәгән кеше табылһа ярай ҙа, әммә, ғәҙәттә, күптәр албырғап ҡала һәм кәрәкле секундттарҙы юғалта. Йылға буйлап йөҙөп китеп барған кеше хәле бөткәнен тойһа, шулай уҡ паникаға бирелә һәм бөтөнләй уйламаған яҡҡа йөҙә башлай. Улай һәләк булырға ла мөмкин. Ҡулайлаштырылмаған пляжда һеҙҙе берәү ҙә ҡотҡармаясаҡБөтәһе лә кеше булмаған тыныс, һил урында ял итергә теләй. Шуға ла күптәр ҡаланан ситкә, тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Әммә ундағы һыу ятҡылығы ниндәй хәүеф менән янағанын беләһегеҙме? Тораҡ пункттар биләмәләрендәге пляждарҙа иһә һыу төбөн таҙарталар, ҡотҡарыусылар дежурҙа була. Улар ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда ярҙамға ашығасаҡ. Кешене ҡотҡара белеү ҙә кәрәкЮҡһа, батып барыусы ҡотҡарыусыны ла һыу аҫтына алып китеүе ихтимал. Батып барыусыға арттан килеп, ҡул менән күкрәк аҫтынан ҡосорға кәрәк. Үҙең менән ниндәйҙер йөҙөү ҡулайламаһы алып, уға ташлағанда тағы ла яҡшыраҡ.Һыуҙан тартып сығарған кеше иҫен юғалтҡан икән, уға кисекмәҫтән тәүге ярҙам күрһәтеү фарыз. Иҫенә килгән кешегә торорға ярамай: “ашығыс ярҙам” килгәнсе, ҡабырғаһында ятып торһон. Әгәр ҙә ул тороп китә икән, үпкәһендә ҡалған һыу тын юлдарын ҡаплауы, был иһә “ҡоро батыуға”, йәғни һәләк булыуға килтереүе бар. Тағы бер кәңәш: һыу инә торған костюмығыҙға төйрәүес ҡаҙап ҡуйығыҙ: ул көҙән йыйырған осраҡта һеҙҙе үлемдән ҡотҡарыуы ихтимал.

Ниһәйәт, йәйге эҫе көндәр килде. Кешеләр һыу буйына ағыла. Әммә һыу, рәхәтлек һәм ләззәт бүләк итеү менән бергә, хәүеф менән дә янай. Шуға ҡотҡарыусыларҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалыуҙы үтенәбеҙ.
Иҫеректәр ниңә тиҙерәк бата?
Бының сәбәбе ябай: эскән кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һалҡын һыуға иһә кинәт ҡыҫыла һәм кеше үҙен насар тоя башлай, хатта инфаркт-инсульт кеүек насар күренешкә барып етеүе лә ихтимал. Температураларҙың киҫкен үҙгәреше, ҡан тамырҙарына төшкән көсөргәнеш, шулай итеп, һыуҙа үлемесле хәүеф менән янай.
Шуның өсөн һыуға иң тәүҙә тубыҡҡа тиклем инеп баҫырға, унан бер аҙ сайҡанырға, артабан сумырға мөмкин. Бигерәк тә был тән ауырлыҡтары ҙур булған, ҡан баҫымынан яфаланғандарға ҡағыла.
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан Башҡортостанда 70-тән ашыу кеше һыуға батҡан. Әлбиттә, уларҙың береһе лә һәләк булам тип йылға-күл буйына бармағандыр...
Тын тултырылған матрастар – хәүефле
Ике метр оҙонлоҡҡа еткән матрастарҙы олоһо ла, йәше лә ҡуллана. Әммә ул тәрән урында яңылыш әйләнеп китте икән, кешене ҡотҡарып булмауы ла ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матрасҡа бәйле бәләләр йыш осрап тора.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: матраста йоҡлау уңайлы, әммә ул кәмә түгел! Уға идара итеү бик ҡыйын. Ел сыҡһа, ул парусҡа әүерелә, хатта өлкән, көслө кеше лә бора алмауы ихтимал.
Шуға ла һыу ингәндә йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған махсус матрастар менән файҙаланыу урынлы. Унан тыш барлыҡ йөҙөү ҡулайламалары ла ярҙан йыраҡ түгел урында файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән: һыуға йығылып төшһәң, сығып булһын өсөн.
Балаларҙы һаҡлағыҙ!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һыуҙа йышыраҡ ата-әсәләре ҡарамаған өсөн һәләк була, сөнки яр буйына ял итергә барған өлкәндәр кәйеф-сафа ҡора, алкоголле эсемлектәр ҡуллана, шашлыҡ ҡура, музыка тыңлай. Тап ошо ваҡытта балалар күҙ уңынан ысҡына ла инде. Хатта уның батҡанын күрмәй ҙә ҡалыуҙары ихтимал. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Һыу буйында үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың балаларына ла иғтибарлы булығыҙ: был күптәрҙе бәләнән ҡотҡарыр ине. Унан тыш, балаларҙы ярҙамға саҡырырға өйрәтергә кәрәк. Бының бер ниндәй ҙә хилафлығы юҡ.
Паника файҙаға түгел
Һыу инеү һалмаҡ ҡына булырға тейеш. Һыу эсендә башҡа шөғөлдәр менән булышмағыҙ. Мәҫәлән, ҡотҡарыусылар йылға-күлдә туп уйнарға кәңәш итмәй. Уңға-һулға хәрәкәт иткәндә соҡорға, һыу аҫтында ятҡан ботаҡ-фәләнгә эләгеп йығылып та батыу ихтимал. Компанияла паникаға бирелмәгән кеше табылһа ярай ҙа, әммә, ғәҙәттә, күптәр албырғап ҡала һәм кәрәкле секундттарҙы юғалта.
Йылға буйлап йөҙөп китеп барған кеше хәле бөткәнен тойһа, шулай уҡ паникаға бирелә һәм бөтөнләй уйламаған яҡҡа йөҙә башлай. Улай һәләк булырға ла мөмкин.
Ҡулайлаштырылмаған пляжда һеҙҙе берәү ҙә ҡотҡармаясаҡ
Бөтәһе лә кеше булмаған тыныс, һил урында ял итергә теләй. Шуға ла күптәр ҡаланан ситкә, тәбиғәт ҡосағына ашҡына.
Әммә ундағы һыу ятҡылығы ниндәй хәүеф менән янағанын беләһегеҙме? Тораҡ пункттар биләмәләрендәге пляждарҙа иһә һыу төбөн таҙарталар, ҡотҡарыусылар дежурҙа була. Улар ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда ярҙамға ашығасаҡ.
Кешене ҡотҡара белеү ҙә кәрәк
Юҡһа, батып барыусы ҡотҡарыусыны ла һыу аҫтына алып китеүе ихтимал. Батып барыусыға арттан килеп, ҡул менән күкрәк аҫтынан ҡосорға кәрәк. Үҙең менән ниндәйҙер йөҙөү ҡулайламаһы алып, уға ташлағанда тағы ла яҡшыраҡ.
Һыуҙан тартып сығарған кеше иҫен юғалтҡан икән, уға кисекмәҫтән тәүге ярҙам күрһәтеү фарыз. Иҫенә килгән кешегә торорға ярамай: “ашығыс ярҙам” килгәнсе, ҡабырғаһында ятып торһон. Әгәр ҙә ул тороп китә икән, үпкәһендә ҡалған һыу тын юлдарын ҡаплауы, был иһә “ҡоро батыуға”, йәғни һәләк булыуға килтереүе бар.
Тағы бер кәңәш: һыу инә торған костюмығыҙға төйрәүес ҡаҙап ҡуйығыҙ: ул көҙән йыйырған осраҡта һеҙҙе үлемдән ҡотҡарыуы ихтимал.
Читайте нас в