Алло Әсмә, нимә эшләйһең? Мәңгелек ут янында торам. Ирен өйҙән ҡыуған ҡатын артынан:
Ғүмер буйы йонсоп йәшә! – тип ҡысҡырып ҡала. Түбәнһенгән тормош иптәше лә яуапһыҙ ҡалмай:
Әллә яңынан бергәләп йәшәргә саҡыраһыңмы? – тип зитына нығыраҡ тейеп ҡуя. Иртән бәпәй көткәнебеҙҙе белдек. Сәй эскәндә ҡатыным менән ҡайһы уҡыу йортона уҡырға барасағы тураһында бәхәсләшеп, үпкәләшеп эшкә киттек...