Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:25

Һарымһаҡ сәскә атмаһын

Июнь аҙағында, июль баштарында һарымһаҡ сәскә атырға әҙерләнә, уны өҙөргә кәрәк. Юғиһә үҫемлек бар көсөн орлоғон өлгөртөүгә бирә, ә төбөн үҫтереүгә һуңлай.Һарымһаҡтың сәскә ҡыяғын бөрөләнә башлағансы уҡ өҙөргә кәрәк. 10 смоҙонлоҡта үҫкәс, киҫеп сығығыҙ. Үҫемлеккә зыян килмәһен өсөн быны ҡояшлы иртәлә ҡайсы йәки секатор менән эшләгеҙ. Ҡояшта йәрәхәт тиҙ кибә, бәшмәкле ауырыуҙар ҡурҡынысы тыумай. Бер нисә төптә сәскә ҡыяғын өҙмәй ҡалдырырға була. Ул – һарымһаҡтың өлгөрөү барометры. Уның ваҡ орлоҡтарҙы йыйыған “эшләпәһе” асыла башлаһа, һарымһаҡты ҡаҙырға ваҡыт. Ул орлоҡтарҙы көҙөн ултыртып ҡалдырығыҙ. Ошолай эшләгәндә, сортты яңырта алаһығыҙ. Һарымһаҡтың орлоғон өс йыл һайын яңыртырға кәрәк.

Июнь аҙағында, июль баштарында һарымһаҡ сәскә атырға әҙерләнә, уны өҙөргә кәрәк. Юғиһә үҫемлек бар көсөн орлоғон өлгөртөүгә бирә, ә төбөн үҫтереүгә һуңлай.
Һарымһаҡтың сәскә ҡыяғын бөрөләнә башлағансы уҡ өҙөргә кәрәк. 10 см
оҙонлоҡта үҫкәс, киҫеп сығығыҙ. Үҫемлеккә зыян килмәһен өсөн быны ҡояшлы иртәлә ҡайсы йәки секатор менән эшләгеҙ. Ҡояшта йәрәхәт тиҙ кибә, бәшмәкле ауырыуҙар ҡурҡынысы тыумай. Бер нисә төптә сәскә ҡыяғын өҙмәй ҡалдырырға була. Ул – һарымһаҡтың өлгөрөү барометры. Уның ваҡ орлоҡтарҙы йыйыған “эшләпәһе” асыла башлаһа, һарымһаҡты ҡаҙырға ваҡыт. Ул орлоҡтарҙы көҙөн ултыртып ҡалдырығыҙ. Ошолай эшләгәндә, сортты яңырта алаһығыҙ. Һарымһаҡтың орлоғон өс йыл һайын яңыртырға кәрәк.
Читайте нас: