2 июлдә сираттағы “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Сибайҙа бер тапҡыр ҡуллана торған битлектәр етештереү цехы ойоштороу хаҡында һүҙ булды. Был тәҡдим менән йәш эшҡыуар “Корпорация Р” ЯСО-һы директры Роман Зәйдуллин сығыш яһаны. Бындай цехтың булыуы актуаль һәм үҙ ваҡтында. Һаҡлалыу саралары һәр саҡ кәрәк. Коронавирус пандемияһы тамамланыр, әммә файҙалы ғәҙәттәр һаҡланырға тейеш. Инвестициялар күләме 6,2 млн. һум тәшкил итә. Эшҡыуар эшкә тотонған да инде: ҡорамалдар, сеймал һатып алған, теркәлеү таныҡлығына эйә булған. Ул айына 1,5 млн. битлек етештерергә иҫәп тота (сәғәтенә - 3 мең, сменаһына 54 мең битлек килеп сыға). Унда алты кешелек эш урыны булыр, тиҙәр. Ҡала хакимиәте эшҡыуарға һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер.