Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 19:06

Балалар иғтибарына: Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителә

Шағирә, ғалимә, педагог Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына быйыл 70 йыл тула. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Яҙыусылар союзы, Дәүләкән районы хакимиәте һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы менән берлектә Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан итә.Унда Башҡорт теле йылына арналған шиғыр менән балалар ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр шулай уҡ тыуған ил, тыуған ер тураһында, йәнә ирекле темаға ла булыуы ихтимал. Иң мөһиме – башҡорт теленең матурлығы сағылырға тейеш. Әҫәрҙәрҙе [email protected] адресы буйынса “Аҡбуҙат” журналының электрон почтаһына һалырға кәрәк.Балаларҙы бүләктәр һәм Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия көтә. Конкурс 15 сентябргә тиклем бара.

Шағирә, ғалимә, педагог Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына быйыл 70 йыл тула. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Яҙыусылар союзы, Дәүләкән районы хакимиәте һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы менән берлектә Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан итә.
Унда Башҡорт теле йылына арналған шиғыр менән балалар ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр шулай уҡ тыуған ил, тыуған ер тураһында, йәнә ирекле темаға ла булыуы ихтимал. Иң мөһиме – башҡорт теленең матурлығы сағылырға тейеш. Әҫәрҙәрҙе [email protected] адресы буйынса “Аҡбуҙат” журналының электрон почтаһына һалырға кәрәк.
Балаларҙы бүләктәр һәм Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия көтә. Конкурс 15 сентябргә тиклем бара.
Читайте нас: