Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 14:25

Башҡортостан туғыҙынсы урында

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Дәүләт башлығы совет ағзаларына мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡ өсөн рәхмәт әйтте. Был проекттар практик һөҙөмтә бирә, ватан технологияларын, белем биреүҙең һәм кадрҙар әҙерләүҙең алдынғы алымдарын үҫтереүгә, бизнес өсөн шарттар тыуҙырыу, заманса йәшәү мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы тәжрибәне таратыуға булышлыҡ итә. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртып, туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеп, беренсе тапҡыр тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Бығаса республикабыҙ 16-сы урынды биләй ине. Тәүге өс урында – Мәскәү, Татарстан һәм Тула өлкәһе. Төбәктә инвестиция шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән алып барылған эшкә килгәндә, Башҡортостан Башлығы федераль үҙәктең әһәмиәтен билдәләне, Владимир Путинға иҡтисадҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте. – Беҙ яңынан-яңы үҫеш юлдарын эҙләйбеҙ. Әле бизнес менән фәнде берләштереү мәсьәләһе тикшерелә. Евразия ғилми үҙәге ойошторолдо. Ҙур структуралар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ, булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Мин һеҙҙе ишеттем, был мәсьәлә буйынса уйлашырбыҙ, – тине Владимир Путин.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Дәүләт башлығы совет ағзаларына мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡ өсөн рәхмәт әйтте. Был проекттар практик һөҙөмтә бирә, ватан технологияларын, белем биреүҙең һәм кадрҙар әҙерләүҙең алдынғы алымдарын үҫтереүгә, бизнес өсөн шарттар тыуҙырыу, заманса йәшәү мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы тәжрибәне таратыуға булышлыҡ итә.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртып, туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеп, беренсе тапҡыр тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Бығаса республикабыҙ 16-сы урынды биләй ине. Тәүге өс урында – Мәскәү, Татарстан һәм Тула өлкәһе.
Төбәктә инвестиция шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән алып барылған эшкә килгәндә, Башҡортостан Башлығы федераль үҙәктең әһәмиәтен билдәләне, Владимир Путинға иҡтисадҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙ яңынан-яңы үҫеш юлдарын эҙләйбеҙ. Әле бизнес менән фәнде берләштереү мәсьәләһе тикшерелә. Евразия ғилми үҙәге ойошторолдо. Ҙур структуралар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ, булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Мин һеҙҙе ишеттем, был мәсьәлә буйынса уйлашырбыҙ, – тине Владимир Путин.
Читайте нас: