Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров март айында, 2019 йыл конкурсы еңеүселәрен тәбрикләгәндә, иғлан иткәйне. Шулай уҡ быйыл проект географияһын киңәйт"ү ҙә ҡаралған. Бурыс — 2000 ауыл конкурста ҡатнашырға тейеш. Райондарҙа, кәм тигәндә, ауылдарҙың яртыһы айыҡ тормош өсөн көрәш юлына баҫырға тейеш.
- Быйыл конкурс положениеһында етди үҙгәрештәр индерелә. Ҡатнашыусы ауылдар 4 төркөмгә бүленә: халҡы һаны буйынса 3 меңдән ашыу, 1-3 мең, 200 - 1 мең, 200-ҙән кәмерәк. Еңеүселәр ауылдар үҫеше буйынса комплекслы программаға индереләсәк, - ти конкурс кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.
Киләһе аҙнала конкурстың ойоштороу комитеты йыйылып, документтарҙы раҫларға тейеш. Артабан конкурсҡа старт бирелә.
Фотола "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсы еңеүселәре Ейәнсура районы Үрген ауылы вәкилдәре.