Краснокама районының Ҡалтасылағы 1-се мәктәптә була был хәл. 44 йәшлек мәктәп директоры үҙ вазифаһын уҫал ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнә. 2018 – 2020 йылдарҙа ул уҡытыусыларға дәртләндереүсе эш хаҡы яҙа ла уның бер өлөшөн уға кире биреүҙе талап итә. Шулай итеп, башлы ханым йәмғеһе 148 меңдән ашыу аҡсаны кеҫәһенә һала. Директор үҙ ғәйебен таный, был сумманы кире ҡайтара. Суд уға 50 мең һум күләмендә штраф һалған.