Иглин районының Ивново-Казанка ауылында Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы модулле фельдшер-акуршер пункты төҙөлдө. Ауыл халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға ул. Бинаның майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итә. Әлеге мәлдә унда электр уты үткәрелә, бинаның эсендә төҙөлөш эштәре башҡарыла, ҡорамалдар, йыһаздар ҡуйыла. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар бүлмәһе, дарыухана һ.б бар.