Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 19:23

Теш пастаһын нисек һайларға?

Хәҙер һатыуҙа теш пастаһының ниндәй генә төрө юҡ?! Ниндәйен һайларға белмәй аптырап ҡалырға була хатта. Шундай осраҡта бер нисә кәңәш.Ҡаптағы яҙыуға ҡарап та үҙегеҙгә ниндәй паста кәрәклеген белергә була. Көн һайын ҡулланырға яраҡлыһы профилактик тип атала. Дауалаусы теш пасталары составында ҡаҙналыҡтар шешенән, ауыҙ ҡыуышлығындағы башҡа ауырыуҙарҙан ярҙам итеүсе антибактериаль ҡатнашмалар була. Етештереүселәр ҡабына күп осраҡта ниндәй ауырыуҙан дауалауын да яҙа. Мәҫәлән, пародонтоз, стоматит, кариеска ҡаршы пасталар була.Уларҙың абразивлыҡ дәрәжәһе лә билдәләнә. Индексы түбәнерәк булған һайын ул теш эмаленә аҙыраҡ тәҫир итә. RDA25 - һиҙгер, RDA75 сәләмәт тештәр өсөн көн һайын ҡулланырға яраҡлы паста. Ағартыусы пасталарҙа ул иң юғары дәрәжәлә, ундайҙарҙы йыш ҡулланырға ярамай - эмалде ҡаҡшатыуы мөмкин.

Хәҙер һатыуҙа теш пастаһының ниндәй генә төрө юҡ?! Ниндәйен һайларға белмәй аптырап ҡалырға була хатта. Шундай осраҡта бер нисә кәңәш.
Ҡаптағы яҙыуға ҡарап та үҙегеҙгә ниндәй паста кәрәклеген белергә була. Көн һайын ҡулланырға яраҡлыһы профилактик тип атала. Дауалаусы теш пасталары составында ҡаҙналыҡтар шешенән, ауыҙ ҡыуышлығындағы башҡа ауырыуҙарҙан ярҙам итеүсе антибактериаль ҡатнашмалар була. Етештереүселәр ҡабына күп осраҡта ниндәй ауырыуҙан дауалауын да яҙа. Мәҫәлән, пародонтоз, стоматит, кариеска ҡаршы пасталар була.
Уларҙың абразивлыҡ дәрәжәһе лә билдәләнә. Индексы түбәнерәк булған һайын ул теш эмаленә аҙыраҡ тәҫир итә. RDA25 - һиҙгер, RDA75 сәләмәт тештәр өсөн көн һайын ҡулланырға яраҡлы паста. Ағартыусы пасталарҙа ул иң юғары дәрәжәлә, ундайҙарҙы йыш ҡулланырға ярамай - эмалде ҡаҡшатыуы мөмкин.
Читайте нас: