Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 15:33

Туристик атамалар, алтаҡталар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә яҙылырга тейеш

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышында белдерҙе. Республиканың туризмды үҫтереү комитетына башҡа тәҡдимдәр ҙә юлланасаҡ.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейын миҫалға килтерҙе. Алтаҡтала рус һәм инглиз телендә генә яҙма урын алған, ә башҡорт мәғрифәтсеһе хаҡында башҡорт телендә яҙылмаған. Башҡорт теле йылында топономика һәм терминдар өҫтөндә эш айырыуса етди алып барылырға тейеш, тип иҫәпләй Ҡоролтай.Билдәле ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр тәржемә иткәндә хаталар йыш осрауы хаҡында һөйләне. Ғалим фекеренсә, ойошмалар исеме, атамалар тураһында айырым белешмә сығарыу кәрәк, бындай тәжрибә элек уңышлы ҡулланылған. Белешмәне электрон вариантта ла әҙерләү мөһим, ул район-ҡалаларға ҙур ярҙам булыр ине, ти Рәшит Шәкүр.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов урын-ер атамаларын яҙғанда тарихи исемдәрҙе һаҡлау яғында. Яңы атамалар уйлап сығарыу урынһыҙ, булғанын һаҡлау мөһим, ти ул. Мәҫәлән, туристар "Инзерские зубчатки" тип атаған һырттың башҡортса Ирәкташ тигән исеме юғалыуына юл ҡуйырға ярамай.

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышында белдерҙе. Республиканың туризмды үҫтереү комитетына башҡа тәҡдимдәр ҙә юлланасаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейын миҫалға килтерҙе. Алтаҡтала рус һәм инглиз телендә генә яҙма урын алған, ә башҡорт мәғрифәтсеһе хаҡында башҡорт телендә яҙылмаған. Башҡорт теле йылында топономика һәм терминдар өҫтөндә эш айырыуса етди алып барылырға тейеш, тип иҫәпләй Ҡоролтай.
Билдәле ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр тәржемә иткәндә хаталар йыш осрауы хаҡында һөйләне. Ғалим фекеренсә, ойошмалар исеме, атамалар тураһында айырым белешмә сығарыу кәрәк, бындай тәжрибә элек уңышлы ҡулланылған. Белешмәне электрон вариантта ла әҙерләү мөһим, ул район-ҡалаларға ҙур ярҙам булыр ине, ти Рәшит Шәкүр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов урын-ер атамаларын яҙғанда тарихи исемдәрҙе һаҡлау яғында. Яңы атамалар уйлап сығарыу урынһыҙ, булғанын һаҡлау мөһим, ти ул. Мәҫәлән, туристар "Инзерские зубчатки" тип атаған һырттың башҡортса Ирәкташ тигән исеме юғалыуына юл ҡуйырға ярамай.
Читайте нас: