Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 01:31

Һуғыш юлын үтеп, тыныс тормошта вәхшилек ҡорбаны булды

Ҡыйғы районында 100 йәшлек һуғыш ветераны үтерелгән. Район башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, әле фажиғә урынында полиция эшләй. Алдан билдәләнеүенсә, бабайҙы талаусылар үлтергән. Иван Николаевич Несмеянов бер быуатлыҡ юбилейын былтыр 12 ноябрҙә билдәләгән булған. Ул Забайкалье фронтынла милитаристик Японияға ҡаршы һуғышҡан, Маньчжур операцияһында ҡатнашҡан. Ветеран әүҙем тормош алып барған, мәктәптәрҙә балалар менән осрашҡан. Тормош иптәше вафат булғандан һуң яңғыҙы көн иткән, әммә Силәбелә йәшәүсе ҡыҙҙары даими ҡайтып, хәлен белеп торған.Бәхил бул, яугир. Ғүмерең тыныш тормошта, ҡанһыҙ әҙәмдәр ҡулынан өҙөлөүе йәл...

Ҡыйғы районында 100 йәшлек һуғыш ветераны үтерелгән. Район башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, әле фажиғә урынында полиция эшләй. Алдан билдәләнеүенсә, бабайҙы талаусылар үлтергән. Иван Николаевич Несмеянов бер быуатлыҡ юбилейын былтыр 12 ноябрҙә билдәләгән булған. Ул Забайкалье фронтынла милитаристик Японияға ҡаршы һуғышҡан, Маньчжур операцияһында ҡатнашҡан. Ветеран әүҙем тормош алып барған, мәктәптәрҙә балалар менән осрашҡан. Тормош иптәше вафат булғандан һуң яңғыҙы көн иткән, әммә Силәбелә йәшәүсе ҡыҙҙары даими ҡайтып, хәлен белеп торған.
Бәхил бул, яугир. Ғүмерең тыныш тормошта, ҡанһыҙ әҙәмдәр ҡулынан өҙөлөүе йәл...
Читайте нас: