Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанды, шул иҫәптән "Бейеүсе торналар" фонтанын төҙөкләндергән хеҙмәткәрҙәр Радий Хәбировҡа эш хаҡы түләмәүҙәренә ялыу менән мөрәжәғәт итте. Хатта яҙылыуынса, "Ника" ойошмаһы составында эшләүсе төҙөүселәр намыҫ менән башҡарған хеҙмәттәре өсөн аҡса алалмай.
Ҡала мэрияһынан иһә төҙөлөштә был ойошманың эшләмәүе, улар менән килешеүҙең 2015 йылда уҡ өҙөлөүе тураһында яуап килгән. Ә "Имәндәр" скверын төҙөкләндергән һәр төҙөүсегә эш хаҡы түләнгән.
Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.