Бөгөн Асҡын районы биләмәһендә әһәмиәтле һәм матур сара үтте. Райондың иң әүҙем кешеләре бер булып Таҙалыҡ көнө тип аталған экологик субботникка сыҡты. Һәр ауыл биләмәһе, ойошмалар, учреждениелар, хатта шәхси хужалыҡтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Башлыса урамдарҙа үҫкән ҡый үләндәре сабылды, сүп-сар йыйылды, ҡороған һәм әйешкән ағас ботоҡтары ҡырҡылды.