Ғәҙәттә, ошо мәл етһә ярайһы ғына тумалған, инде бешә башларға тейеш помидорҙарҙың мороно ҡарайып, әрәм булып серей башлай торған. Фитофтор тип атала был ауырыу. Унан ҡотолоу өсөн 5 л һыуға 1 ҡалаҡ сода, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ шыйыҡ һабын һалып бутарға ла помидорҙарға ҡойорға. Тик был ысулды йәшелсә ҡарая башламаҫ борон уҡ ҡулланырға кәрәк.