Коронавирус эпидемияһы арҡаһында битлек социаль әһәмиәткә эйә тауарға әйләнде. Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Сибайҙа бер тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр етештереү цехын ойоштороу проекты тикшерелде. Уны йәш эшҡыуар, “Корпорация Р” йәмғиәте директоры Роман Зәйҙуллин тәҡдим итте. Проектҡа инвестициялар 6,2 миллион һум тәшкил иткән. Был эшҡыуарҙың үҙ аҡсаһы. Уға етештереү линияһы һәм сеймал һатып алған. Ҡоролма сәғәтенә – өс мең, сменаға – 54 мең, айына 1,5 миллион битлек етештереү ҡеүәтенә эйә. Һынау партияһы етештереп ҡаралған.
Роман Зәйҙуллин киләсәктә алты эш урыны булдырырға ниәтләй, продукцияны төрөү линияһы һатып алырға йыйына. Ҡала хакимиәте эшҡыуарға тауар һатыуҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итәсәк. Республика Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ла ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.