Бөгөн тәнгө сәғәт 4-тә Булғаҡ- Бикет юлындағы авария 16-18 йәштәге өс үҫмерҙең ғүмерен өҙҙө. ВАЗ-2109 машинаһы водителенең водитель танытмаһы булмаған, тип хәбәр итә юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре. Автомобиль ниндәйҙер сәбәп менән юлдан төшөп киткән һәм түңкәрелгән. Әле тикшереү эштәре бара.