Бәләкәй балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөүҙәре тураһындағы күңелһеҙ хәбәрҙәрҙе һуңғы ваҡытта йыш ишетергә тура килә. Кисә Өфөлә ике йәшлек малай беренсе ҡаттан ҡолай. Күрәһең, сабый тәҙрәгә ҡуйылған махсус селтәргә ышанғандыр. Ярай ҙа, тән йәрәхәттәре алмай. “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән дауаханаға алып барылып тикшереү үткәндән һуң, әсәһе менән өйөнә ҡайта.