Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2020, 00:15

"Башҡотостан һылыуы" һайланды

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында матур йолаға әйләнгән "Башҡортостан һылыуы" матурлыҡ конкурсы үтте. Йылдағынан айырмалы рәүештә, быйыл ул онлайн этаптарҙан торҙо һәм өс ай дауамында барҙы, ә бәйгенең финалы тамашасыларһыҙ үтте.Бишенсе тапҡын ойошторолған конкурста быйыл еңеүсе тажы өсөн республиканың төрлө төбәктәренән 16 ҡыҙ матурлыҡ буйынса ярышты. Финалда өс еңеүсе билдәләнде: "Башҡортостандың йәш һылыуы" исеменә Наҙгөл Хәсәнова лайыҡ булһа, "Өфө һылыуы" исемен Анастасия Проломова яуланы. Абруйлы жюри төп тажды һәм "Башҡортостан һылыуы" исемен 14 йәшлек София Капроваға тапшырҙы.Конкурсты "Мисс Башҡортостан" моделдәр агентсвоһы (етәксеһе Луиза Зәкирйәнова) юғары кимәлдә ойошторҙо.

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында матур йолаға әйләнгән "Башҡортостан һылыуы" матурлыҡ конкурсы үтте. Йылдағынан айырмалы рәүештә, быйыл ул онлайн этаптарҙан торҙо һәм өс ай дауамында барҙы, ә бәйгенең финалы тамашасыларһыҙ үтте.
Бишенсе тапҡын ойошторолған конкурста быйыл еңеүсе тажы өсөн республиканың төрлө төбәктәренән 16 ҡыҙ матурлыҡ буйынса ярышты. Финалда өс еңеүсе билдәләнде: "Башҡортостандың йәш һылыуы" исеменә Наҙгөл Хәсәнова лайыҡ булһа, "Өфө һылыуы" исемен Анастасия Проломова яуланы. Абруйлы жюри төп тажды һәм "Башҡортостан һылыуы" исемен 14 йәшлек София Капроваға тапшырҙы.
Конкурсты "Мисс Башҡортостан" моделдәр агентсвоһы (етәксеһе Луиза Зәкирйәнова) юғары кимәлдә ойошторҙо.
Читайте нас: