Кисә райондың Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында шуларҙың береһе — "Ауҙарыш" уйыны ойошторолдо. Ул борон таулы райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙа киң таралған булған һәм милли байрамдарҙың биҙәге һаналған. Үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе физик яҡтан тәрбиәләүҙең дә бер ысулы булып торған.
Уйындыъ шарттары ябай: эйәрҙә ултырған килеш билдәренә таҫтамал ураған ике егет бер-береһен һөйрәп-тартҡылап, эйәрҙән йолҡоп, аттан ҡолатырға тырышып көрмәкләшә. Уларҙың уйынын тамаша ҡылған халыҡ «Һуй-һуй, һойро!» — тип дәртләндереп тә ебәрер булған. Кисә үткән ярыш та үҙенсәлекле килеп сыҡты. Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев алып барҙы. Сәмле ярышта Ҡарағай ауылынан Рәсих Латыпов еңеүсе булды.