Психолог әйтеүенсә, оҙаҡ ваҡыт өйҙә ултырыу халыҡты күп нәмәгә яңынан ҡабул итеп ҡарарға өйрәткән икән. Мәҫәлән, күптәр ҡул эштәре, башҡа төрлө шөғөлдәр менән ныҡлап булаша башлаған. Шулай уҡ, ғаилә ҡиммәттәренең кеше тормошонда мөһим роль уйнауын аңлаусылар ҙа табылған. Тағы ла, ҡапыл ғына эшһеҙ ҡалыу мөмкинлеген аңлап хәүефләнеүселәр ҙә артҡан, ти.